-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
21 Октябрь 2020, 16:45

Дөйөм хәүефһеҙлеккә - шәхси өлөш

Дәүләкәндә битлектәр режимын тикшереү буйынса рейдтар үтә.Был турала ентекләберәк беҙҙең гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

Кисә, 20 октябрҙә, ҡалала Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса участка уполномоченныйҙары бүлеге хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте һәм райондың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән берлектә рейд үтте.
Полиция хеҙмәткәрҙәре "Фабрика" сауҙа-сервис комплексындағы, үҙәк баҙарҙағы бер нисә шәхси сауҙа нөктәһендә һәм магазиндар селтәрендә битлек режимының һәм санитар нормаларҙың күҙәтелеүен тикшерҙе. Тикшереү эшҡыуарҙарҙың, магазиндар директорҙарының һәм һатып алыусыларҙың күпселегенең коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән яңы ҡағиҙәләрҙе аңлы рәүештә үтәүен күрһәтте.
Был көндә ҡағиҙә боҙоуҙар ҙа асыҡланды, әлбиттә. Рейд барышында сауҙа предприятиелары һәм хеҙмәтдәндереү өлкәһе нөктәләренә килеүселәрҙең бина эсендә бер нисә битлек кеймәгәндәре асыҡланды. Улар менән битлек режимын күҙәтеү һәм тын юлдарын һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында аңлатыу эштәре уҙғарылды, шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөлдө. Был ҡағиҙәне боҙған өсөнуларға штраф күләмен суд билдәләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һаҡланыу битлектәрен йәмәғәт урындарында: йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, дөйөм ҡулланыуҙағы транспортта, сауҙа, хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына, дарыуханаларға, хакимиәт учреждениеларына барғанда кейеү мотлаҡ.
Инфекцияның таралыуын туҡтатыу өсөн бындай рейдтар даими уҙғарылып тороласаҡ, сөнки ошо ҡағиҙәләрҙе күҙәткәндә генә сәләмәтлегеңде һаҡларға, үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға, шулай уҡ яңы сикләүҙәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Һәр кем дөйөм хәүефһеҙлеккә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Сергей Чиков.
Читайте нас: