Ҡатын-ҡыҙҙарҙа нервылар боҙолоуға бәйле кәйефһеҙлектәр ҡайһы бер дарыуҙар, бигерәк тә гормональ препараттар ҡабул иткәндән һуң башланырға мөмкин. Әммә депрессияға килтереп еткергән төп сәбәп – ул, әлбиттә, стресс. Яҡын кешеңде юғалтыу, яҡындарың менән мөнәсәбәттәр боҙолоу, бала тыуыу, кредит түләй алмау йәки аҡса менән бәйле башҡа проблемалар, эшкә урынлаша алмау... Быларҙың барыһы ла депрессияға килтереүе мөмкин.
Симптомдары һәм һуңғы һөҙөмтәләре шаҡтай ҡурҡытһа ла, ул дауалап булмай торған сир түгел. Бигерәк тә башланғыс осоронда. Профилактик саралар тураһында ла оноторға ярамай.
* Психик һәм физик яҡтан сәләмәтлегегеҙ тураһында даими ҡайғыртығыҙ. Көндәлек режимды һаҡлағыҙ: ваҡытында ятып, ваҡытында тороғоҙ.
* Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышығыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ.
* Күберәк хәрәкәтләнегеҙ, саф һауала йышыраҡ булығыҙ.
* Стрестарҙан бөтөнләй ҡасыу мөмкин түгел, әммә уларҙы нисек тә кәметеү юлын эҙләгеҙ.
* Дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашырға мөмкинлек һәм ваҡыт табығыҙ – йылы, ихлас һөйләшеүҙәр һәр саҡ кәрәк.
* Күңелегеҙгә хуш килгән берәй хобби табығыҙ.
* Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ.
Әгәр инде был диагноз ҡуйылған икән, дауалана башлауҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Әммә дарыуҙарҙы тик табип ҡына билдәләргә тейеш икәнен онотмағыҙ!