Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында төбәк Башлығы республиканың көньяҡ райондарында йәшәүселәр өсөн инфекция госпитале төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Уны 15 декабрҙә асырға планлаштыралар. Үҙәк составына ҡабул итеү-диагностика бүлеге, акушерлыҡ-гинекология блогы, операциялар яһау бүлеге, бактериология лабораторияһы һәм 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ инә. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры төбәктең яңы клиник үҙәк төҙөү тураһындағы ҡарарын яҡлап сыҡты.