Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Башҡортостанда "Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы — төбәктең иң бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү. Күсмә медицина комплекстары ауылдарға график буйынса йөрөй. Һаулығын теләгән Һәр кеше тикшертә ала. Бына ошолай – йыр-моң, икмәк, тоҙ менән ҡаршы ала табиптарҙы Яңы Балтас ауылы халҡы. Сәләмәтлек поезының сираттағы туҡталышы Саҡмағош районында. Әлеге шарттарҙа ошо рәүешле медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә, уларҙы бер аҙ дәртләндереп ебәрергә тырыштыҡ, ти урындағы халыҡ. Шул арала мобиль медицина комплексы алдына кеше ағыла. Һәр кем сәләмәтлеген тикшертеп ҡалырға тырыша. Фәүиз Минһаж улы табиптарға бик үк йөрөргә яратмаһа ла, бындай мөмкинлекте ысҡындырырға ярамай тигән фекерҙә. Бер юлы йөрәген һәм күҙ төбөнөң баҫымын тикшертеп сыҡҡан оло йәштәге ир.Сәләмәтлек поезды өс машинан тора. Беренсеһендә терапевт дөйөм хәлде тикшерә, экг эшләтеү, күҙ төбөнөң баҫымын ҡаратыу мөмкинлеге бар. Икенсеһендә ҡан һәм башҡа төр анализдар тапшырыла. ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сәләмәтлеген айырым бүлмәлә тикшертә ала. Һуңғыһында флюорография аппараты.Быйыл Саҡмағош районына медицина поезды икенсегә килә. Быға тиклем күсмә пункт август айында, урындағы ауыл халҡы һорауы буйынса эшләп киткән. Унда 2 меңдән ашыу кеше үҙ сәләмәтлеген тикшертә алған. Был юлы ла тикшерелергә теләүселәр күп булмаҡсы. Ауыл хакимиәте медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға урындағы табиптарҙы ла йәлеп иткән. Пандемия ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы үҙ ауылыбыҙҙа ойошторолоуы үтә лә ҡыуаныслы, ти ауыл халҡы. Ентекле диагностика ярҙамында байтаҡ сир башланғыс стадияһында асыҡлана, тимәк, уны дауалауы ла еңелерәк, тигән фекерҙә табиптар. Шуға ла, хәүеф төркөмөнә ингән, хроник сирҙәре булған һәм сәләмәтлегенә битараф ҡараған ауылдаштарын тәү сиратта күрһәтергә тырыша улар. Медицина бригадалары графикка ярашлы халыҡты хеҙмәтләндерә. Сәләмәтлек поездары яҡын арала тағы 4 районда эшен дауам итәсәк. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ, Дыуан райондары, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары халҡы ла үҙ сәләмәтлеген тикшертә аласаҡ.