+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
26 Октябрь 2020, 14:50

Йүтәлде тиҙ дауалау ысулы

Рецебы ла ябай ғына.

Йүтәлдән дауаланыу өсөн 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Уға 400 грамм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Унан ҡатнашманы 1 литр һыуға һалып 3 сәғәт буйына талғын утта ҡайнатабыҙ. Шунан уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Артабан ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып иретергә.
Әлеге ҡайнатманы аш алдынан эсергә кәрәк. Балаларға – 4-6 сәй ҡалағы, ололарға 4-6 аш ҡалағы бирелә.
Был рецепты ҡулланғанда, йүтәлдән 12 сәғәт эсендә ҡотолорға була.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: