-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
27 Октябрь 2020, 14:20

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Үҙенсәлекле емеш

Юғары ҡан баҫымы хәҙерге замандың бәләһенә әүерелде. Донъяла үлем осраҡтарының күпселеге йөрәк-ҡан тамырҙары өлөшөнә тура килә. Әммә ҡан баҫымының тотороҡло булмауына артыҡ борсолорға ярамай, халыҡ медицинаһындағы ҡайһы бер иҫкәртеү сараларын ваҡытында ҡулланғанда уны түбәнәйтеү мөмкин.

Лимон һәм һарымһаҡ

Өс баш һарымһаҡ һәм өс лимонды ваҡлағандан һуң, өс литрлы банкаға һалығыҙ. Ҡушымтаға бер литр һыу өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатҡандан һуң ҡараңғы урынға бер тәүлеккә төнәтергә ҡуйығыҙ. Аҙаҡ ҡушымтаны һөҙөп, һыуытҡысҡа ултыртығыҙ.

Төнәтмәне ашау алдынан ас ҡорһаҡҡа иртән һәм кис 50 грамлап эсергә кәрәк. Дауаланыу оҙайлығы – өс аҙна.

Лимон – цитрус ағасы емеше. Ул бик күп витаминдарға бай (айырыуса С витаминына), иммун системаһын нығытыуға ярҙам итә, организм өсөн файҙалы пектин, цитрин, калий микроэлементтары күп тупланған. Өҫтәүенә лимон ҡан тамырҙарының һығылмалылығын яҡшырта, атеросклерозды иҫкәртеүсе тәьҫирле сара ла. Уны даими ҡулланыу ҡан баҫымын нормала тоторға ярҙам итә, тимәк, инсульт һәм гипертония ҡурҡынысы юҡ.

Гипертонияның тәүге стадияларында лимонды ҡулланыу тәьҫирле. Бының өсөн ҡырғыста ҡырылған бер лимонды бер әфлисун ҡабығын ҡушып болғатҡас, аҙ ғына шәкәр өҫтәгеҙ. Балғалаҡлап ҡына эсегеҙ.

Бал менән буталған лимон да организмға һәйбәт тәьҫир итә. Лимонлы эҫе сәй, киреһенсә, йәшәү тонусын, ҡан баҫымын күтәреү үҙенсәлегенә эйә.
Читайте нас: