+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
11 Ноябрь 2020, 11:45

Яранан ҡан аға, һис туҡтатыр әмәл юҡ...

Шундай саҡта аптечка ярҙамға киләме?

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы автомобиль аптечкаларын комплектлауға яңы талаптар индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Бөгөн автомобиль аптечкаларында төрлө үлсәмдәге бинт шул тиклем шыплап тултырылған, асһаң кире ябырлыҡ та түгел хатта. Тәү ҡарамаҡҡа унда бинттан башҡа бер нимә лә юҡ һымаҡ.
Яңы талаптар буйынса 5х5, 5х7 см ҙурлыҡтағы бинттар бөтөнләй алына, сөнки беренсе ярҙам күрһәткәндә улар ҡулланылмай тиерлек. Хәҙер унда мотлаҡ рәүештә ике медицина битлеге, ике пар бирсәткә, бинттар, жгут, лейкопластырь, стерилле салфеткалар, ҡайсы, яһалма һулыш яһау өсөн битлек һәм беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса инструкция һалынасаҡ.
Читайте нас: