Бының өсөн кәрәк буласаҡ:
● 3 аш ҡалағы ромашка сәскәһе,
● 3 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағы,
● 100 мл һыу.
1. Лавр япрағы һәм ромашка һалынған һауытҡа ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 3 сәғәткә төнәтергә ҡуябыҙ.
2. Унан һөҙөп алабыҙ.
3. Әҙер шыйыҡсаны аҙнаһына 3—4 тапҡыр сәс төбөнә, (тамырҙарына үтерлек итеп) яҡшы итеп һөртәбеҙ.
Бер-ике аҙнанан сәстәрегеҙ күҙгә күренеп нығыныр, ҡуйырып яңы көс алып үҫә башлар, төҫө лә ялтырап, һау торош алыр.
Һау-сәләмәт, һәр ваҡыт матур булығыҙ!