-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
27 Ноябрь 2020, 18:35

БАЛАН МЕҢ СИРГӘ ДАУА

Баланды ризыҡ булараҡ ҡына түгел, дарыу итеп тә ҡулланалар.

Уны сентябрь- октябрҙә лә, көндәр һыуытып, емештәре туңғас та йыялар. Туңған емештең әсеһе кәмей. Шуға иртә көҙҙә йыйған баланды 1-2 ай һалҡын урында тоторға кәңәш итәләр.
Дауа булараҡ уның сәскәһе лә, емеше лә, ҡайырыһы ла файҙалы. Баланда шәкәр, ҡан тамырҙарын нығытыусы матдәләр, К, С витаминдары, каротин бар. Баландың төшө бигерәк тә файҙалы, тип һанала.

Балан емешен һалҡын тейеүҙе, гастрит, ашҡаҙан йәрәхәтен дауалау өсөн ҡулланалар. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә ярҙам итә. Авитаминоз ваҡытында ла ул бик яҡшы дауа. Балан сәйе тынысландырыу көсөнә лә эйә. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 1-2 стакан эсергә.
Балан төнәтмәһе ашҡаҙан әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1-2 аш ҡалағы баланды иҙеп,400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Шулай уҡ гипертония, йөрәк ауырыуҙары, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла. 1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә, төнәтмәне көнөнә 3-4 мәртәбә 1-2 стакан эсергә кәрәк.

Баландан әҙерләнгән ризыҡтар сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта.
Читайте нас: