-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
2 Декабрь 2020, 12:15

Сәләмәтлек өсөн файҙалы ризыҡ

Уны әҙерләү өсөн күп әйбер кәрәкмәй. Ә файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ.

300 г әстерхан сәтләүеге, 300 г күрәгә, 300 г йөҙөм, 300 г ҡара емеш, 2 стакан бал, 2 лимон.
Кипкән еләк-емеште һәм лимонды йыуып ит турағыстан үткәрергә, артабан бал ҡушып бутап быяла банкаға һалырға. Был ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлайҙар. Уны көнөнә 2-3 тапҡыр 1 сәй ҡалағы ҡабып ҡуярға. Әлеге ҡатнашманы даими ҡулланырға була. Бөткәс 1-2 ай тәнәфес яһап, тағы ла дауам итергә мөмкин.
Күрәгә – калий сығанағы, ҡара емеш – эсәктәр өсөн кәрәк, йөҙөм баш мейеһен туҡландыра, сәтләүек май сығанағы, ул ҡан тамырҙары-йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай. Бал менән лимондың файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Читайте нас: