+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
3 Декабрь 2020, 17:40

Йыш тамаҡ шешеүҙән нисек ҡотолорға?

Был осраҡта ябай ғына ҡатнашма ярҙам итәсәк.

Бал менән фейхоа емеше ҡатнашмаһы тураһында һүҙ бара. Ул бик күп ауырыуҙарға дауа.
Ҡалҡан биҙе һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, ларингит, ангина, нервы системаһы ҡаҡшауы, шулай уҡ был ауырыуҙарҙы профилактикалау өсөн фейхоа емешен ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуы иҫбатланған.
Баллы фейхоа йод дефицитын тулыландырырға ярҙам итәсәк, сөнки ул был экзотик емештә еңел үҙләштерелә торған формала. Йодтан тыш унда С, В, Р, пектин һәм башҡа ҡиммәтле матдәләр бар. Ә С витамины миҡдары буйынса лимондан бер ҙә ҡалышмай.
Баллы фейхоа әҙерләү өсөн улар тигеҙ пропорцияла – 1:1 иҫәбенән алына. Фейхоаны иттурағыс аша үткәреп, бал менән яҡшылап бутап, быяла банкаға һалырға һәм ҡапҡас менән ҡаплап һыуытҡысҡа урынлаштырырға. Көнөнә 3 тапҡыр берәр сәй ҡалағы ҡулланырға. Уға күрәгә һәм әстерхан сәтләүеге өҫтәргә лә мөмкин.
Читайте нас: