Әле, ҡыш мәлендә, ул айырыуса тәмле. Күптәр әлморон емештәрен аптеканан һатып алырға күнеккән. Ә мин һеҙгә ҡышҡы урманға барып, уларҙы үҙегеҙгә йыйып ҡайтырға кәңәш итер инем. Беренсенән, саф һауа тәнегеҙгә сихәт бирер, икенсенән, сихри аҡлыҡҡа, матурлыҡҡа һоҡланып ҡайтырһығыҙ. Әлморон урман һыҙаттарында ла үҫә, ҡалалан алыҫ барырға лә кәрәкмәй. Ҡып-ҡыҙыл емештәр аҡ ҡар фонында алыҫтан уҡ күренеп ултыра. Барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыҡ!