+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
16 Декабрь 2020, 12:40

Мунсаға ен эйәләшкәнме?

Дин әһелдәре был йәһәттән нимә ти?

XXI быуатта йәшәйбеҙ. Ен-пәрейҙәр тураһында мифтар әкиәттәрҙә генә булып, улар инде күптән онотолған һымаҡ. Әммә күптән түгел генә бер танышымдың төндә мунса инергә барып, тыш яҡтан кемдеңдер ҡаты итеп бер туҡтауһыҙ ишек дөбөрҙәтеүен һөйләгәс, тәнемде ҡурҡыштан ток һуҡҡандай булды. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем, әлбиттә. Ә шулай ҙа был йәһәттән дин әһелдәре нимә ти икән? Мунсала Ҡөрьән һәм намаҙ уҡылмай, шуға унда ендәр эйәләшеүе мөмкин тиҙәр улар. Был, әлбиттә, һәр мунсала ен бар тигән һүҙ түгел. Һуңғы ваҡытта замана шауҡымына эйәреп, күптәр мунсаны ял итеү урынына әйләндерҙе: 3-4 сәғәт шунда ятыу, һыуҙы исраф итеү. Бына быныһы менән инде улар бөтөнләй килешмәй. Мунса – ул кешенең тирләп-бешеп эшләгәндән һуң тәнен таҙартыу, намаҙ уҡыр алдынан йыуыныу өсөн тәғәйенләнгән. Унда кәйеф-сафа ҡороп ултырыу килешмәгән эш тиҙәр улар.
Читайте нас: