Таныш ағайҙарҙың береһе балыҡ тоторға әүәҫ. Аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, йылғаға ҡайырыу яғын ҡарай. Балыҡ гел генә ҡапмай, билдәле, уның ҡарауы ял итеп, көс туплап ҡайта.
Ял көндәренең береһендә ағайыбыҙ йәнә ҡала ситендәге йылғаға йүнәлә. Ҡармаҡ ебенә күпме генә текәлеп ултырһа ла, үс иткәндәй, бер генә балыҡ та эләкмәй. Көн кискә ауышҡас, балыҡсы әйберҙәрен төйнәп ҡайтыр яҡҡа йүнәлә.
Тирә-яғыма ҡарана-ҡарана яйлап ҡына боҙ өҫтөнән киләм, - тип һөйләй ул. – Ҡарайым, бер нисә метр алда матур пакет ята. Беҙ, ғәҙәттә, теләһә ҡайҙа аунап ятҡан ҡара пакеттарға күнегеп бөткәнбеҙ, шуға алдымда ҡара пакет ятһа, иғтибар ҙа итмәй үтеп китер инем, ә был сәскәле, матур. Алып ҡараһам, эсендә дүрт төрлө колбаса, бөтөнләй киҫелмәгән. Бындай хазинаны ташлап китеп булмай – алдым. Бер нисә метр килгәс, ҡарайым, йәнә бер пакет ята. Аяҡ менән ҡуҙғатып ҡарайым, ниндәйҙер ауыр әйбергә оҡшаған. Үҙем яҡ-яғыма ҡаранам, күңелде ниндәйҙер шом баҫты, ә пакет эсендәге әйбер үҙенә ылыҡтыра. Ярай, тимен, урлап алған әйберем юҡ, хужалары килеп сыҡһа тотторормон да ебәрермен тип, был пакетты ла алдым. Быныһының эсендә – конъяҡ! Ике шешә! Ниндәй көн булды һуң әле был тип уйлайым. Әллә берәйһе шаяртырға уйланымы? Берауыҡ баҫып торҙом. Моғайын, берәй танышым арттан килеп, мине юрый шаяртмаҡсылыр, тимен. Юҡ, тирә-йүндә бер йән эйәһе күренмәй, тынлыҡ. Нишләйһең, кем тапҡан – шуныҡы. Балыҡ булманы, уның ҡарауы табыш шәп! Өйҙә ҡатыным да ышанмай бер булды башта. Ҡатынымдың фекеренсә, был балыҡсыларҙыҡы. Төшөп ҡалған, иҫләмәгәндәрҙер. Бына шулай, кем бәхетенә ни яҙа.