Ошо көндәрҙә интернет селтәрендә Рөстәмдең башта Нью-Йоркка китеүе, артабан Майамиға юлланыуы хаҡында хәбәрҙәр пайҙә булды. Күптәр уның Америкала йәшәргә ҡалырға уйлауына ғәжәпләнде. Әлбиттә, ни тиклем кеше, шул тиклем фекер. Берәүҙәр хуплай, икенселәр икеләнеүен белдерә. Ә минеңсә, ныҡышмалы, шул тиклем үҙ-үҙенә талапсан Башҡортостан егете ҡайҙа ғына йәшәһә лә, барыбер ҙә үҙ иленең патриоты булып ҡаласаҡ.