+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
3 Февраль 2021, 16:10

Өйҙә... мандарин бешерҙем

Интернет селтәрендә уҡыным да, эшләп ҡарарға булдым

Бөген социаль селтәрҙәрҙә бөтә нимәне табып була. Кәңәш һорап күршегә инергә кәрәкмәй, компьютерҙы асыуың да етә. Һыуытҡысымда инде бер нисә көн мандариндар ята. Ауыҙға алырлыҡ түгел - әсе. Интернет селтәрендә мандариндарҙың әселеген бөтөрөү өсөн 30 секундҡа микротулҡынлы мейескә ҡуйып алрға тип уҡыным да, тап шулай эшләнем.
Мандаринды микротулҡынлы мейестән алғас, ҡулға тоторлоҡ түгел, ҡулды бешерә. Өҫтәлгә ҡуйҙым - һыуынмай ҙа һыуынмай. Мандарин эсенә һыу тултырғандар тиерһең, былт-былт килеп тора. Аптырағас кире һыуытҡысҡа ҡуйҙым. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң алып тәмләп ҡарарға булдым. Сағыштырмаса татлыраҡ кеүек булды, әммә был ысул күңелемә ятманы... Мандаринды бешереп ашаған һымаҡ тойолдо, ул картуф түгел дә инде...
Читайте нас: