+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
4 Февраль 2021, 11:30

Үлергә ҡайтарҙылар...

Был уйлап сығарылған һүҙҙәр түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Кисә үҙебеҙҙең микрорайонда йәшәгән танышымды осраттым да һәүетемсә иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, һөйләшеп киттек.
  • Сергейҙы Өфөнән алып ҡайттыҡ бер нисә көн элек. Үлергә ҡайтарҙылар..., - тине ул...
  • Иренең яман шеш ауырыуы менән яфаланыуын ишеткәйнем. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙең фани донъяла һанаулы көндәре ҡалған... Шул тиклем йәл, шул тиклем ҡурҡыныс... Иртәгәһе көнгә ышаныстың булмауы ҡурҡыныс. Был хәлгә үҙем юлыҡмам тип әйтмәҫлек түгел. Иртәгә нимә ишетереңде белерлек түгел. Был мәкерле сир күпме ғүмерҙәрҙе алып китә... Көн һайын... Һанап бөтөрлөк түгел....
    Читайте нас: