Ул беҙҙең өйҙә үҙенсәлекле урын алып тора. Аш өҫтәле артында артыҡ һүҙ һөйләү, шаярыу элек-электән тыйылған, сөнки ғаиләләге мөһим һөйләшеүҙәр тап аш өҫтәле артында уҙған. Был йола беҙҙең көндәрҙә лә дауам итәлер тип уйлайым, сөнки уға бәйле тыйыуҙар бөгөн дә бар.
Кухня һауыт-һабаһын аш өҫтәленә ҡуйырға ярамай, бының өсөн махсус шкафтар бар. Ҡайһы бер кешеләр графин һәм стакан менән һут, кемдер сәскәләр менән ваза ултырта. Шулай уҡ вазаға йәшелсә-емеш һалып ултыртып ҡуйыусылар ҙа бар.
Асҡыстарға өҫтәлдә бөтөнләй урын юҡ. Ишекте бикләп сығыу менән беҙ икенсе донъяға аяҡ баҫабыҙ. Урамда ниндәй генә кешеләр осрамай?
Сумка, осло әйберҙәр өҫтәлдә торорға тейеш түгел. Аҡсаларығыҙҙы ла аш өҫтәленә һалмағыҙ. Ашаған саҡта кеше сит уйҙарҙан арынырға, ял итергә тейеш, ә улар иғтибарҙы үҙенә тартып, уйҙарҙы ситкә ҡыуа.