БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, бер йәшкә тиклемге сабыйҙар дауам иткән пандемия шарттарында профилактик медицина тикшереүе үтә. Был сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн мөһим. Баланың законлы вәкилдәренән медицина тикшереүе үткәрер алдынан рөхсәт алына. Ҡабул итеү мотлаҡ тәғәйенләнгән көндә һәм ваҡытта башҡарыла, был кешеләрҙең күпләп йыйылмауы маҡсатында эшләнә. Поликлиникаға килгәс шәфҡәт туташтары бүлмәләргә тәғәйенләй. Сабый бер көндө бөтә белгестәргә күрһәтелергә тейеш.