- Апайым мәктәптә эшләй. Ҡунаҡҡа килгәйне, ике-өс көндән ишетәм - юғары температура менән дауаханаға эләккән. Анализдары ковид булыуын асыҡлаған. Мин дә барып анализ тапшырҙым, индек ҡотом осоп көтөп ултырам, - тине ул.
Мин инде уны тынысландырып, ваҡытынан алда хәүефләнмәҫкә, мөмкин тиклем күберәк һыу, сәй эсергә кәңәш иттем, урамға сығып йөрөмәҫкә ҡуштым. Бындай саҡта сирҙе көтөп ултырмаҫҡа, киреһенсә, бары яҡшыға юрарға кәрәктер тип уйлайым. Ә бер нисә сәғәт элек ул анализдары яҡшы булыуын, ковид йоҡтормауын ҡыуанып хәбәр итте!