+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
12 Февраль 2021, 18:25

Алдау тиһәң дә алдау!

Дағстанда йыназа ваҡытында игеҙәк сабыйҙарҙың кәүҙәләре урынына ҡурсаҡтар булыуы асыҡлана

Был хәл йәмәғәтселектә ҙур резонанс тыуҙыра. Дауд Даудов тигән ир 2-һенән 3 февралгә ҡарай төндө Ставрополь перинаталь үҙәгендә ҡатынының игеҙәк малайҙар табыуы тураһында әйтә. 9 февралгә ҡарай төндә уға сабыйҙарының ҡан һауыуҙан вафат булыуын хәбәр итәләр. Дауд зыяратҡа ерләргә алып барғас, сабыйҙарын күреп ҡалыу маҡсатында табутты астырта һәм унда йәнһеҙ ҡурсаҡтар ятыуын күрә. Тәүбашта шик табиптарға төшә, йәнәһе лә улар һалып ебәрә. Ә ысынында иһә хәл бөтөнләй башҡаса була. Иренең шул тиклем игеҙәктәр теләгәнен белгән ҡатыны алдау юлына баҫа, йөклөмөн тип алдай. Ысынлап та, был айҙарҙа ҡорһағы ҙурайып китә. Ә тейешле ваҡыт еткәс, Ставрополдә ҡуртымға фатир алып, шунда тора. Табиптар менән нисек килешкәндер - уныһын инде тикшереү асыҡлаясаҡ. Был ваҡиғабуйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: