+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Февраль 2021, 17:50

Һары май

Уның үҙенсәлекле тәме генә ни тора!

Ошо көндәрҙә тыуған яҡтарға юл төштө. Ғәҙәттәгесә еҙнә тейешле кешеләргә туҡталдыҡ. Сәй табыны артында иң ғәжәпкә ҡалдырғаны беләһегеҙме нимә булды? Һары май! Инде күптән онотолған, тарихта ғына ҡалған һары май. Бер нисә минут эсендә тыуған йорт, атайҙың алыҫ рейстан ҡайтып, һары май менән тәмләп сәй эскән мәлдәре бер тында күҙ алдынан үткән һымаҡ булды. Һары май хәҙер өҫтәлдәрҙә күптән юҡ. Балалар уны ашамай ҙа. Ә беҙ студент йылдарында ла Баймаҡ ҡыҙҙары алып килгән сейәле, муйыллы һары майҙы кинәндереп ашай торғайныҡ. Өйгә ҡайтҡас та бер тын тыныслана алманым әле мин. Хужабикәгә эсемдән мең-мең рәхмәттәр уҡыным. Күптән ашамағас, ул шул тиклем танһыҡ ризыҡ булып ҡалды, халҡыбыҙҙың милли аш-һыу төрҙәрен иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирҙе.
Читайте нас: