Иң беренсе сиратта ул тиҙ генә ҡабартып алып булыуы менән яйлы. Алдан күпләп әҙерләп туңдырып ҡуйһаң, ашыҡҡанда бик тә ҡулай. Икенсенән, уны һурпа менән дә, икенсе блюдо итеп һурпаһыҙ ҙа ашап була. Ғәҙәттә билмәнде тотош ғаилә менән бергәләп яһайҙар. Эш араһында һөйләшәләр, көлөшәләр, кәңәшләшәләр. Күңелле итеп, бергәләп башҡарылған эш ырап бара. Айырыуса балалар билмәнде яратып ашай. Шуға ла ҡышҡы көндәрҙең береһен тап ошо ризыҡ хөрмәтенә атауҙары ғәжәп түгел.