Балды сәй менән эсмәйҙәр. Тиҙ генә ашҡаҙанға йыуылып төшкәндә балдың файҙаһы аҙыраҡ. Бер лимонды ваҡ итеп турарға, шуға 2 аш ҡалағы бал ҡушырға. Лимонды аҡрын ғына ашарға. 20 минуттан мәтрүшкәле сәй эсергә һәм төрөнөп ятырға.
Тамаҡ шешкәндә, ангина, фарингит борсоғанда, ауыҙға бал ҡабып, аҙ-аҙлап йоторға. Балдың файҙалы үҙенсәлектәре йотҡолоҡ зонаһында бүленеп сыға. Артынан кәмендә 20 минут бер ни эсмәҫкә һәм ашамаҫҡа. Был процедураны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлап, сирҙән бик тиҙ ҡотолоп була.