Ул 2008 йылда билдәләнә. Халыҡ-ара йоҡо комитеты уны март айының икенсе йомаһында үткәрергә ҡарар итә.
Маҡсаты – дөрөҫ һәм сәләмәт йоҡоно пропагандалау, уның медицина һәм социаль проблемаларына донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ был процестың боҙолоуына юл ҡуймауға һәм уның менән идара итергә өйрәтеү.
Ошо көн сомнологтарға ла үҙҙәре хаҡында иҫкә төшөрөү өсөн уңайлы сәбәп булып тора.
Бындай һөнәр барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле, ә бит улар мөһимлеге буйынса кеше рухы һәм тәненең башҡа яҡтарынан ҡалышмаған проблема менән шөғөлләнә. Уларҙың мәшәҡәттәре етерлек: беҙҙең тынғыһыҙ заманда йоҡо боҙолоуы арҡаһында тормош сифаты насарайған кешеләр һаны арта.
Элегерәк был, нигеҙҙә, оло кешеләргә генә хас булһа, хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр ҙә сомнологтарға торған һайын йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы.
Тәүлектең ҡараңғы һәм яҡты осорҙарының алмашынып тороуы төрлө кешегә төрлөсә тәъҫир итә. Был өлкәләге иң йыш осраған сирҙәр: «обструктив» йоҡо, йәғни хырылдау арҡаһында тын алыуҙан туҡтап тороу, йоҡоһоҙлоҡ, төнөн йыш уяныу.
Белгестәр аңлатыуынса, режим боҙолоуҙың сәбәптәре төрлөсә. Ололарҙа ул хроник сирҙәр менән бәйле, йәштәрҙә стресс, борсолоу һәм депрессия арҡаһында булырға мөмкин. Психоневрология диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 99 проценты йоҡо боҙолоуҙың ниндәй ҙә булһа күренешенән интегә.
Йоҡо боҙолмаһын өсөн бер үк ваҡытта йоҡларға ятып һәм тороп өйрәнергә (хатта ял көндәрендә лә), кискеһен һуң ашамаҫҡа һәм кофеинлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, үҙ биоритмыңа « ҡолаҡ» һалырға кәрәк.