Яҙғыһын бөтә кешеләр ҙә тиерлек витамин етмәүенән йонсой, ти белгестәр. Был хәл организмдың ҡыш дауамында ашаған аҙыҡ менән бергә тейешле күләмдә витаминдар, ҡояш нурҙарын ала алмауына бәйле. Ҡышын бик тойолмаһа ла, яҙға табан авитаминоз киҫкенләшеү сәбәпле, кешеләге кире үҙгәрештәрҙә сағыла башлай. Ғәҙәттә, беҙҙең ҡышҡы аҙыҡ рационыбыҙ картуф, кәбеҫтә, кишер, һуған, макарон, он изделиелары менән сикләнә. Витаминдарға бай булған йәшелсә-емеш, бигерәк тә цитрустар ҡышын бик һирәк ашала. Бындай ярлы ғына менюҙан сығып, дөйөм хәлегеҙ хаҡында үҙегеҙ ҙә фекер йөрөтә алаһығыҙҙыр. Ләкин авитаминоз менән көрәшергә, үҙебеҙгә ярҙамға килергә тейешбеҙ. Бының өсөн туҡланыу рационын үҙгәртеү, уны төрлө емеш-еләк, йәшелсә, сәтләүек, бал кеүек ризыҡтар менән төрләндереү фарыз.