-13 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Март 2021, 15:00

Буҙа эшләүҙең тағы ла бер ысулын тәҡдим итәбеҙ

Уның сәләмәтлек өсөн бик шифалы булыуын күптәребеҙ беләлер

3 литр һалҡын һыуға 500 грамм һоло ярмаһы һалабыҙ (геркулес). 10 минут тирәһе ул ебеп ултырып тора. Аҙаҡ бер сәғәт буйы талғын утта ғына ҡайнатабыҙ. Төбө көймәһен өсөн әленән-әле бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ иләк аша һөҙәбеҙ.
Һөҙөлгән ҡатнашмаға 100 грамм аҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушабыҙ, тағы ла 1 стакан шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә еткәс, ойотҡо һалабыҙ.
Тәүҙә әсетке урынына ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин. 1 стакан ҡымыҙҙы һалып, урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк.
Читайте нас