Коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡыны көндән-көн көсәйә, ауырыу йоҡтороусылар һаны арта бара. Уҙған йыл бөтәбеҙ өсөн дә айырыуса ауыр булды. Әммә хәҙер инде, ниһайәт, был эпидемияны еңеү мөмкинлеге бар. Ауырыуҙың эҙемтәләренән һаҡланыу өсөн прививка яһатыусылар һаны ни тиклем күберәк булһа, беҙ күнегелгән йәшәү рәүешенә шул тиклем тиҙерәк әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
Башҡортостанда коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, халыҡтың 60 проценттан ашыуы прививка эшләтергә тейеш. Кешеләрҙең күбеһе быны яҡшы аңлай һәм вакцинациянан баш тартмай. Айырыуса өлкән быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә.
Апалы-һеңлеле Людмила Николаевна Левкина һәм Нина Николаевна Крылова коронавирусҡа ҡаршы прививканы апрель айында уҡ яһатҡан. «Вакцинация башланыуы тураһында ишеткәс, кәңәшләштек тә, прививка яһатырға барырға булдыҡ. Сөнки өлкән йәштә булыуыбыҙ сәбәпле, хәүеф төркөмөнә ҡарағаныбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ. Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн борсолмау маҡсатында поликлинакаға барып, прививка яһатып ҡайттыҡ», - ти улар.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы 103-сө АПТУ-ла мастер булып хеҙмәт һалған 75 йәшлек Людмила Николаевна һәм халыҡ судында һаҡсы булып эшләгән 72 йәшлек Нина Николаевна прививканы ул тиклем үк ауыр үткәрмәгән, бөгөнгө көндә үҙҙәрен яҡшы тоя. Вакцина яһатҡандан һуң, укол урыны ғына бер аҙ ауыртып торған. Әле уңған инәйҙәр баҡса үҫтерә, йорттарында ла дәртләнеп эшләп йөрөй. Прививка эшләтеүҙәренә һис үкенмәйҙәр, ә вакцинаға ышаныс күрһәтмәгәндәрҙе аңлап еткермәйҙәр. «Бер кемде лә тыңламағыҙ, оҙаҡ йәшәргә һәм сәләмәт булырға теләһәгеҙ – прививка яһатығыҙ!» - ти улар.