-17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
6 Июль 2021, 12:26

«Вакцина - һаҡланыу сараһы»

Суйынсы ауылынан ирле-ҡатынлы Туҡаевтар шулай ти

Улар икеһе лә оҙаҡ йылдар Суйынсы  урта мәктәбендә эшләй. Рәүеф Рәис улы хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәре, музыка, технология  кеүек дәрестәрҙән белем бирһә, Рәмзиә Хәмитйән ҡыҙы ашханала уҡыусыларға тәмле итеп аштар бешерә. Ирле-ҡатынлы икеһе лә көндәренең күпселек өлөшөн кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа үткәрә. Шуның өсөн улар ковидтан вакцина яһатырға икәүләшеп барырға ҡарар иткән.

- Прививканан һуң бер ниндәй ауырлыҡ, организмда тайпылыштар тойманыҡ, еңел үткәрҙек, - тиҙәр улар. – Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән бит, вакцина - ошо сирҙән һаҡланыу сараһы тип уйлайбыҙ. Көнө буйы тиерлек балалар араһындабыҙ, унан тыш төрлө байрамдарға, сараларға барырға, уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашырға тура килә. Ҡурҡып торғансы, барҙыҡ та яһаттыҡ, хәҙер иһә үҙебеҙҙе күпкә ышаныслы тоябыҙ. Коллегаларыбыҙҙың күбеһе беҙгә ҡушылды, райондағы мәктәптәр уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре яйлап прививкаға бара.

Дөйөм ҡағиҙәнән дә тайпылмайбыҙ – битлек режимын да һаҡлайбыҙ, магазиндарға, дарыуханаларға ингәндә дистанция һаҡларға онотмайбыҙ. Республика етәкселеге ошондай Указ ҡабул иткән икән, ул кешеләрҙең именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында уйлап эшләнелгән бит. Барыбыҙҙың да һау-сәләмәт, имен-аман булыуын теләйбеҙ. Донъя шундай матур һәм гүзәл, ер йөҙөндә рәхәтләнеп йәшәйек әле, дуҫтар!

Читайте нас