Урындағы фельдшер Оксана Федь мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара. Сәләмәтлек барыһынан да мөһимерәк икәнлеген аңлаусылар прививка яһатҡан да инде. Уларға башҡалар ҙа ҡушыла.
Китапханала ковид тураһында ентекле аңлатмалар биргән баҫмаларҙан торған күргәҙмә эшләнгән. Китапханаға килеүселәр тәү башта ошо стенд эргәһенә туҡтала, мәкерле сирҙең эҙемтәләре менән таныша. Өлкән быуын вәкилдәренә китапханасы Гөлшат Мәғәсүмова ковид тураһында һөйләй, прививка яһатырға кәрәклеген аңлата.
Проект дауам итә, шуның менән бергә вакцина яһатырға теләүселәр һаны арта бара. Район дауаханаһы вәкилдәре ауылдарға сығып привика яһай, бындай уңайлы мәл тағы ҡасан була әле.