-17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
10 Сентябрь 2021, 09:43

Яман шеш менән ауырыусылар өсөн

2021 йылдың башынан “онкология” профиле буйынса яңы лицензияларҙы 20 ойошма алған.

Яман шеш менән ауырыусылар өсөн
Яман шеш менән ауырыусылар өсөн

“Республикала Берҙәм реестрҙа “онкология” йүнәлеше буйынса медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия алған 248 ойошма иҫәпләнә. Шуларҙың 86-һы – дәүләт, 160-ы шәхси һәм икәүһе башҡа милек формаһында,” – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Бындай медицина учреждениеларының артыуы хәҙерге ваҡытта бик мөһим, сөнки статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2021 йылдың тәүге яртыһында тәүге тапҡыр асыҡланған яман шеш осраҡтары артҡан. Хәҙерге заман онкологияһының төп бурысы – пациенттарҙы иртә диагностикалау, сир үҫешен тәүге этаптарҙа уҡ асыҡлау.  Эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, быйыл пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү күпкә яҡшырған. Рәсәй Мотлаҡ медицина страховкалау фонды етәксеһе урынбаҫары  Юрий Нечепоренко әйтеүенсә,  быйыл илдә ике миллиондан ашыу кеше  дауа алған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа күберәк.

Автор:
Читайте нас