Өфө ҡалаһы сауҙа үҙәктәре вәкилдәре һатып алыусыларға үҙҙәрен һәм әйләнә-тирәләгеләрҙе коронавирус инфекцияһын йоҡтороу ҡурҡынысынан һаҡлау өсөн бөтә индерелгән яңы ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән Башҡортостанда яғы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә. Уларға ярашлы, сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тураһындағы сертификаттар, һуңғы алты айҙа коронавирус үткәреү хаҡында белешмә йәки кире һөҙөмтә күрәһәткән ПЦР-тестар менән генә инеү мөмкин буласаҡ. Яңы сикләүҙәрҙең эпидемиологик хәлде көйләргә йүнәлтелеүе билдәләнә.
«Башинформ» агентлығы баш ҡаланың сауҙа үҙәктәре вәкилдәренә комментарийҙар биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексы директоры Илдар Хәйбуллин әйтеүенсә, сауҙа үҙәге территорияһына ингән урындарҙа автоматик термометрия системаһы эшләй, килеүселәр өсөн тейешле сараларҙы күҙәтеү кәрәклеге тураһында өҫтәмә мәғлүмәт урынлаштырылған. Ингән ерҙәрҙе контролдә тотоусы һаҡ хеҙмәткәрҙәре 12 октябрҙән башлап сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙән COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тураһындағы сертификаттар, һуңғы алты айҙа коронавирус үткәреү хаҡында белешмә йәки кире һөҙөмтә күрәһәткән ПЦР-тестар күрһәтеүҙәрен һораясаҡ.
«Һаҡ хеҙмәткәрҙәренең QR- кодтарҙы уҡый һәм мәғлүмәттәр ала алған смартфондары буласаҡ. Граждандандарҙан шәхесте раҫлаусы документ күрһәтеүҙәрен һораясаҡтар. Әгәр QR- кодтар булмаһа, COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тураһындағы сертификаттар, һуңғы алты айҙа коронавирус үткәреү хаҡында белешмә йәки кире һөҙөмтә күрһәткән ПЦР-тестар (72 сәғәт эсендә ғәмәлдә була) күрһәтергә лә ярай. Төбәк Башлығының Указына ярашлы, 27 октябрҙән ПЦР-тестар ғәмәлдән сыға», - тине Илдар Хәйбуллин.
«Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әгәр килеүселәрҙең үҙҙәре менән алдан һанап үтелгән документтарының берәйһе йәки вакцинация үтеүҙе раҫлаусы QR- кодтары, йәиһә һуңғы алты айҙа коронавирус үткәреү тураһында белешмәләре булмаһа, «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге хакимиәте килеүселәрҙе сауҙа үҙәгенә индермәҫкә һәм «Планета»ла урынлашҡан вакцинациялау нөктәләрендә прививка ҡуйҙыртырға тәҡдим итергә хоҡуҡлы.
«Сауҙа үҙәгенә килеүселәрҙең бөтәһен дә үҙҙәренең сәләмәтлектәрен ҡайғыртыуҙарын, битлектәр кейеүҙәрен һәм социаль арауыҡты күҙәтеүҙәрен һорайбыҙ. Беҙҙең яҡтан иһә санитар хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде: көн дауамында йәмәғәт зоналарына өҫтәмә дезинфекция уҙғарабыҙ, ингән ерҙә һәр кемдең тән температураһын үлсәйбеҙ. Сауҙа үҙәге территорияһында вакцинациялау нөктәһе эшләй.Унда теләге булған һәр кем COVID-19-ҙан бушлай прививка яһата ала», - тип билдәләнеләр «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә.
Өфөнөң сауҙа үҙәктәре вәкилдәре бөтә объекттарҙың да БР Башлығының Указын тейешенсә үтәүҙәрен һәм артабан да үтәйәсәктәрен белдерҙе.
Өфө ҡалаһы сауҙа үҙәктәре етәкселәре өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыныуы, һаҡ хеҙмәткәрҙәренә инструктаж уҙғарылыуы, дезинфекциялау интенсивлығының көсәйтелеүе һәм прививка яһатмағандар өсөн яңы сикләү саралары индерелеүе тураһында мәғлүмәттәр эленеүе тураһында һөйләне.
«Башинформ» агентлығы Өфөләге сауҙа үҙәктәрендә килеүселәрҙең тән температураларын үлсәүсе һәм уларҙың битлектәрҙә булыуын тикшереүсе постарҙың эш башлауы тураһында элегерәк хәбәр иткәйне инде. Бөтә был пункттар буйынса талаптар пандемия башланған көндән алып һаҡланып килде, әммә күпмелер ваҡыт элек уларҙы контролдә тотоу кәмегәйне. Хәҙер, ауырыуҙың тиҙ арала артыуы сәбәпле, битлектәр режимын тикшереү ҡайтанан яңыртылды. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығының Конроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт учреждениеларына күсмә тикшереүҙәр үткәрҙе һәм Өфө, Мишкә, Бөрө, Благовещен райондарында бик күп ҡағиҙә боҙоуҙар: үткәреү режимының булмауын, килеүселәрҙең указда раҫланған белешмәләрҙе тикшермәйенсә, термометрия үткәрмәйенсә индерелеүен, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренең битлектәр режимын күҙәтмәүҙәрен асыҡланы.
Башҡортостан Башлығы Роспотребнадзор һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә төнгө клубтар, мәҙәни-спорт учреждениелары һәм ҡала-ара йәмәғәт транспортын даими күҙәтеүҙе ойошторорға ҡушты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.