БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был турала 2019 йылдың 1 октябрендә үк журналистар менән үткән брифингта хәбәр иткәйне. Ул шулай уҡ был процестың оҙайлы буласағы хаҡында ла белдерҙе.
«Үҙгәртеп ҡороуҙар юридик шәхестәрҙе, йәғни бер нисә стационарҙы бер-береһенә ҡушыуҙан ғибәрәт, - тип белдерҙе ведомство етәксеһе. – Беҙҙә эксперттар яһаған һығымталар, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа субъекттарының юридик шәхестәрҙе эреләтеүҙәге ыңғай тәжрибәләре бар. Был ведомствоға ҡараған учреждениелар менән оператив идара итеү, административ-хужалыҡ аппаратына сығымдарҙы кәметеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу һәм дәртләндереүсе түләүҙәргә йүнәлтеү өсөн аҡсаларҙы арттырыу мөмкинлеге бирә».
Максим Забелин белдереүенсә, табиптар һәм урта медицина персоналының һаны кәметелмәйәсәк. Медицина ярҙамы күрһәтеү менән бәйле булмаған административ-хужалыҡ аппаратының ғына үҙгәртеп ҡороу һәм хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыуға эләгеүе күҙаллана. Республика халҡы ла был үҙгәрештәрҙе һиҙмәйәсәк.
«Милек формаһы үҙгәртелә, юридик шәхестәр алышыныуы медицина ярҙамының сифаты насарайыуға килтермәйәсәк. Был ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләгән эксперттарҙың яһаған һығымталар менән дә раҫлана. Үҙгәртеп ҡороу, киреһенсә, медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға, стационарҙарҙың матди-техник яҡтан тәьмин ителешенә бәйле мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итергә мөмкинлек бирер тип күҙаллана», - тине министр.
Автор: Ксения Калинина.
Фото: ufa.rb.ru.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.