+23 °С
Ясно


Билдәле булыуынса, бындай йәмәғәт урындарына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһындағы справканы йәки коронавирус менән ауырыу хаҡында белешмә ҡағыҙын күрһәтергә кәрәк. Ә 18 октябрҙән тейешле документтарҙы матурлыҡ салонына, бөҙрәханаға, фитнес-үҙәктәргә барғанда күрһәтеү талап ителә..
Дәүләкән ҡалаһындағы сауҙа үҙәктәренең береһендә һәр кемде инспектор ҡаршы алып, вакцина тураһындағы сертификатты, коронавирусты үткәреү хаҡындағы справканы йәки ПЦР-тесты һорай. Кемдер сертификатын телефондан күрһәтә, икенселәр ҡағыҙҙағы белешмәһен һона. Берәү ҙә низағҡа инмәй, һәр кем был эште аңлап ҡабул итә. Ғөмүмән, һәр кем дөйөм ҡағиҙәләргә буйһонорға тейеш тип уйлайым.