+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
22 Октябрь 2021, 00:00

Заманса ультратауыш сканеры

Яңы ҡорамал дауахана хеҙмәткәрҙәренә бик уңай

Заманса ультратауыш сканеры
Заманса ультратауыш сканеры

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөләге 13-сө  клиник дауахананың функциональ диагностика бүлексәһе Samsung Medison компанияһы етештергән эксперт класындағы ультратауыш сканеры менән йыһазландырылды.

 Яңы инновациялы технологиялар юғары сифатлы һүрәттәр алырға,  ҡан яй аҡҡан периферия тамырҙарын яҡшы күрергә ярҙам итә. Ультратауыш аппараты бер нисә режимда эшләй һәм экранға аныҡ һүрәттәр сығара. Был үҙенсәлекле сканер ҡан тамырҙарына юғары мәғлүмәтле ультратауыш  тикшереүе, эхокардиография үткәрергә мөмкинлек бирә, эске органдарҙы, аҙ тишемле манипуляцияларҙы уңышлы яһарға ярҙам итә. Дауаханала ультратауыш диагностикаһының  ысын профессионалдары эшләй, даими уҡыуҙар үткәрелә, мул тәжрибә тупланған. Яңы ҡорамал  диагностика үткәреүҙә табиптарҙың   “уң ҡулы” буласаҡ.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: