+16 °С
Облачно


Рәсәйҙә ковидтан һуң һауыҡҡандар статусына ингән кешеләр арта бара. Ысынында иһә, бөтә осраҡтарҙа ла тулыһынса һауығыу тураһында һүҙ алып барып булмай. Коронавирус кешенең төрлө органдарына зыян килтерә. Уның эҙемтәләре насар булыуы ихтимал.
Был вирус йөрәкте, үпкәне, мейене, бөйөрҙәрҙе зарарлай, кешенең башҡа органдарына кире тәьҫир яһай. Бындай эҙемтәләр һәр кемдә булыуы бар.
Коронавирус инфекцияһын һәм уның ауыр эҙемтәләрен иҫкәртеү маҡсатында белгестәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, иммунитетты күтәрергә, санитария-эпидемиология сараларын теүәл күҙәтергә кәңәш итә. Вакцинация – зарарланыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы.