0 °С
Болотло
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Нәзифә Ҡадырова вакцинация сирҙән һаҡлаусы һөҙөмтәле сара тип иҫәпләй.
"Ҡыш көнө ауырығайным. Әле прививка яһаттым, сөнки беҙ, сәхнә кешеләре, һәр саҡ халыҡ араһындабыҙ.
Концерт тамамланғандан һуң тамашасылар эргәбеҙгә киләләр, улар менән бергәләр фотоға төшөүебеҙҙе үтенәләр, автограф һорайҙар. Вакцинациянан һуң ауырыу йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ тип иҫәпләйем, шуға яратҡан тамашасыларым менән рәхәтләнеп аралашам", - ти ул.