0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
29 Октябрь 2021, 09:15

Һаулыҡтан да ҡәҙерлеһе юҡ...

Коронавирус менән ауырып ятҡанда мин быны ныҡлап аңланым...

Һаулыҡтан да ҡәҙерлеһе юҡ...
Һаулыҡтан да ҡәҙерлеһе юҡ...

Телефондан һәр ваҡыт аралашып, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп торған класташымдан бер мәл шылтыратыуҙар туҡталды. Аптырайым, үҙем шылтыратам – алмай, ватсаптан да яуап бирмәй. Бер нисә көндән  уның коронавирус йоҡтороуы һәм уны ауыр хәлдә дауаханала ятыуын ишеттем.

Был хәбәрҙе ишетеүе еңел булманы, көнө-төнө уның имен-һау ҡайтыуын теләнем. Ошо көндәрҙә телефон экранында таныш исем пайҙә булды. Хоҙай теләктәрҙе ишеткәндер тимен, класташым үҙе шылтырата.

«Һаулыҡтан да ҡәҙерлеһе юҡ икән ул, баҡтиһәң, - тип башланы ул һүҙен. – Коронавирус менән дауахана карауатына барып эләккәс шуны аңланым. Тамам хәлһеҙләнеп йығылдым. Врачтарға рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Әле яйлап хәл керә башланы, үҙаллы изоляцияламын.  Һаҡланғанды хоҙай һаҡлармын тигән, бик тә һаҡланырға кәрәк икән шул» - тине ул.

Һабаҡташым кеше күп йөрөгән ерҙәргә бармаҫҡа, вакцина яһатырға, битлек режимын һаҡларға кәңәш бирҙе.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: