0 °С
Болотло
Күптәнге танышым һөйләгәндәрҙән:
«Ковидҡа ҡаршы вакцинациялау башланғас, тәүбашта бер ниндәй ҙә әһәмиәт бирмәнем. Был миңә ҡағылмаҫ тигән ышанысым көслө ине. Эшем буйынса гел кешеләр араһында йөрөгә тура килә. Бер көндө үҙемде насар тоя башланым, температурам күтәрелде, ауыҙымда - тәм, еҫ һиҙеүем юғалды. Дауаханаға барғас, замана сире мине урап үтмәүен аңланым...
Ковид менән бик ныҡ ауырыным һәм ундай һынауҙы ҡабат кисергем килмәй. Вакцина яһатҡас, киләсәктә был сирҙе йоҡторған хәлдә лә, уның еңел үтәсәгенә ышанам. Шуға күрә прививканы ауырыуҙы туҡтатыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы тип ҡабул итәм».