Вакцина яһатыу темаһы әлеге ваҡытта бик көнүҙәк һәм таныштар менән осрашҡанда: "Һин вакцина яһаттыңмы?"- тип һорамай ҡалмайбыҙ. Прививка яһатырғамы, юҡмы? Һәр кем үҙе хәл итә. Ул уйланып, аңлы рәүештә эшләнергә тейеш. Беренсе прививканан һуң кешелә һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, әммә был процесс оҙаҡ бара һәм улар вирустан һаҡлау һөҙөмтәһен бирә алмай. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә һәм 21 көндән һуң үҙеңде тулыһынса вакциналанған тип иҫәпләргә мөмкин.
Коллектив иммунитет булғанда ғына битлектәрҙе һалырға мөмкин буласаҡ. Әммә күптәр икенсе төрлө уйлай – вакцинаны башта башҡалар яһатһын әле, мин – һуңғараҡ. Барыбыҙ ҙа йәмәғәт урындарына, магазиндарға, бөҙрәханаларға йөрөйбөҙ, йәмәғәт транспортына ултырабыҙ. Күптәрҙең коронавирус менән ауырып, уны еңел үткәреүе лә ихтимал, әммә бөгөнгө көнгә иң мөһиме – өлкән йәштәге яҡындарыбыҙҙы әлеге хәүефтән һаҡлау. Шул уҡ ваҡытта мәкерле сир сигенергә уйламай, ауырыусылар ғына түгел, вафат булыусылар һаны ла арта бара. Өлкән йәштәгеләр коронавирус инфекцияһын тиҙ йоҡтора һәм бик ауыр үткәрә.
Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек, битлектәр кейеп йөрөйөк, дөйөм проблеманы еңеү һәм сирҙең үҫешен туҡтатыу өсөн прививка яһатайыҡ, пандемияны бергәләшеп кенә еңергә мөмкин.