Коронавирус ауырыуының көндән-көн көсәйә барыуы һәр кемде хафаға һала. Хәҙер: «Ундай сир юҡ!» - тиеүселәр һаны ла кәмей бара. Барыһы ла аңлай – ауырыу бар һәм уның эҙемтәләре лә ҡот осҡос. Район-ҡалаларҙа ла ауырыуҙар ныҡ күбәйҙе. Һәр ғаилә тиерлек туғанын, танышын, дуҫын ерләне. Вирусты үткәреүселәр араһында ла уның менән бик оҙаҡ көрәшеүселәр бихисап. Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Дим» әҙәби берекмәһе һәм райондың «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, РФ һәм БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы Минзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова район гәзите уҡыусыларына был инфекцияны нисек уҙғарыуы тураһында һөйләй:
«Ауырыу миндә бер аҙ тамаҡ төбө ауыртып тороуҙан башланды. Артабан инде тән температурам күтәрелде, яйлап ҡоро йүтәл башланды, тыным ҡыҫылды, күкрәк ситлегендә нимәлер йыйылған кеүек булды, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләте юғалды, баш, мускулдар һәм күкрәк ауыртты, хәлем бөтә башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, киҫкен респиратор инфекцияныҡына оҡшаған билдәләр барлыҡҡа килде. Ауырыу башланғандың алтынсы-һигеҙенсе көнөнә тын ҡыҫылыуы тағы ла көсәйҙе һәм табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде. Ни бары өс аҙнанан һуң ғына хәлем бер аҙ еңеләйҙе. Һауығыуыма инде байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, ауырыуҙың билдәләре әле һаман үҙҙәрен һиҙертеп ала: хәлһеҙлек йонсота, баш ауырта, быуындар һыҙлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был инфекцияны еңә алыуым, икенсе йортома әйләнгән мәктәпкә, яратҡан уҡыусыларым эргәһенә ҡайтыуым менән үҙемде иң бәхетле кешеләрҙең береһе итеп тоям. Бының өсөн табиптарға оло рәхмәтлемен.
Кешеләрҙең шул тиклем вайымһыҙ булыуына хайран ҡалам. Һаман да ҡунаҡтарға йөрөйҙәр, күпләп мәжлестәр йыялар... Ауырыу ҡоторған осорҙа ниңә инде бер аҙ булһа ла тыйылып тормаҫҡа? Бының менән медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштырабыҙ икәнлеге тураһында уйларға була бит. Йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөйҙәр, хатта ҡулдарын һабынлап йыуырға оноталар. Коронавирустан вакцина яһатырға теләүселәр һаны ла бик аҙ. Һуңғы ваҡытта аңлы рәүештә вакцинация үтергә теләүселәрҙең артыуын күреү шатлыҡлы хәл, әлбиттә. Хәҙер кешеләр бары прививка эшләтеп, коллектив иммунитет булдырырға, тик шулай ғына был ҡәһәрле «ҡороғорвирус»тан ҡотолорға мөмкин икәнлеген аңлай башланы. Мин дә табиптар прививка эшләтергә рөхсәт биреү менән вакцинация үтергә ҡарар иттем. Әле уның беренсе компонентын яһаттым, оҙаҡламай икенсеһен эшләтеү ваҡыты етә. Прививканы ул тиклем үк ауыр үткәрмәнем. Ә ғаилә ағзаларым уны күптән инде яһатты. Шуға күрә, яҡташтарымды коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация үтеүҙән баш тартмаҫҡа, үҙҙәренең һәм яҡындарының сәләмәтлеген һәм ғүмерен ҡайғыртырға, был «тажлы зәхмәт»тән тиҙерәк ҡотолоу өсөн тырышлыҡ һалырға саҡырыр инем. Әүҙем булайыҡ, көстөң бары тик берҙәмлектә генә икәнен онотмайыҡ!»