Коронавирустың илебеҙгә һәм республикабыҙға ҡапыл ғына килеп инмәүе, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта ил, республика етәкселегенең ҡәтғи саралар күреүе һәм тыйыуҙар индереүе инфекцияның киң таралыуын тотҡарлап торорға ярҙам итте. Әммә бөгөн тыйыуҙарҙың яйлап ҡына йомшартыла барыуы уның бөтөнләй юҡҡа сығыуын аңлатмай, бары тик халыҡтың аңлылығына һәм уның үҙ сәләмәтлегенә битараф булмауына ышаныс белдерелә. Тәүге көндәрҙән үк сир менән көрәштең алғы һыҙығында булыусы табиптар ҙа һәр кемдең һаулығы - үҙ ҡулында икәнен ҡат-ҡат тылҡый. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының эпидемиолог ярҙамсыһы Элмира Үзбәк ҡыҙы Кәримова коронавирус һәм уның эҙемтәләре тураһында һөйләй: «Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының күбеһе ковид госпиталдәренә әйләндерелде. Хатта, ирекһеҙҙән, күҙ алдына ысын һуғыш барған кеүек картиналар килеп баҫты. Эйе, был режим тәүҙә ниндәйҙер кимәлдә хәрби әҙерлеккә оҡшап китте. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары администрациялары, хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булды. Тәүге пациенттар килә башлау менән ябай дауаханаларҙы госпиталгә әйләндереп, дезинфекция саралары менән эшкәртеү һәм уның эшен баштан-аяҡ үҙгәртеп ҡороуҙа бер аҙ етешһеҙлектәр ҙә булғандыр, әлбиттә. Әлбиттә, шундай ҙур күләмдәге коронавирус инфекцияһы менән донъя беренсе тапҡыр осрашты. Был вирус тын алыу юлдарын зарарлауы менән ҡылыҡһырлана. Ул күҙҙәрҙең, танауҙың, ауыҙҙың лайлалы ҡатламы аша үтеп инә. Шулай уҡ организмға эләккәс, ҡан ойоу системаһына йоғонто яһай, шул сәбәпле организмдың барлыҡ ағзаларында патологик үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Үкенескә күрә, был вирус уйҙырма түгел һәм шуға күрә уға етди иғтибарлы булырға, властар тәҡдим иткән барлыҡ һаҡланыу сараларын да ҡәтғи үтәргә кәрәк. Ҡурсаланыуҙа ултырып арыған, түҙемлектәре бөткән граждандар хатта һаҡланыу талаптары индерелгән мәлдә лә бөтә ҡағиҙәләрҙе лә үтәмәне, кеше үҙе лә белмәйенсә вирус йөрөтөүсе булыуы ихтимал тигәнде ҡолаҡтарына ла элмәне. Бөгөн иһә ауырыуҙың бер ниндәй билдәләре булмаған формалары ла асыҡланды. Ундай сирлеләр ауырыу тип һаналмай, уларҙа бер ниндәй билдәләр күренмәй йәки ОРВИ, һалҡын алдырыу кеүектәре генә була. Шуға күрә уларҙы асыҡлау еңел түгел, һәм ундайҙарҙың йәмғиәттә нисә процент икәнен дә әйтеп булмай. Күпселек осраҡта сирҙең бындай күренеше кеше организмының үҙенсәлектәре, тирә-яҡ мөхит факторҙары менән аңлатыла. |
Һәр кешенең организмы төрлө, ковид сирлеләрҙе лә бер төрлө генә дауалау мөмкин түгел, сөнки кемгәлер яраған дарыуға икенсе кешелә аллергия булыуы мөмкин...
Йәмғиәт кешеләрҙең вакцинация үтеүгә аңлы ҡарашына һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүгә өмөтләнә. Беҙҙең район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә прививка яһатмағандар яңылыш фекерҙә булыуҙарын аңлар һәм вакцинация үтергә килер, ошолай итеп йәмғиәттә коллектив иммунитет булдырылыр, тип ышана.
Эйе, бөгөн коронавирус тураһында күп яҙыла һәм күп һөйләнә, ул һәр кемдең телендә тиергә мөмкин. Әммә ысынбарлыҡты әлегә берәү ҙә белмәй - бәлки, йылдар үткәс кенә уның хаҡында яңы мәғлүмәттәр асылыр. Ә әлеге ваҡытта иң мөһиме - сәләмәт булайыҡ һәм бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!»
Фото: Э. Кәримованың шәхси архивынан.
"Киске Өфө" гәзите материалдары файҙаланылды.