

-Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, донъя ығы-зығыһында үҙебеҙ, сәләмәтлегебеҙ хаҡында уйларға ла онотабыҙ. Минең менән дә тап шулай булды. Кискә табан кинәт температурам күтәрелеүен тойҙом, хәлем бөтә башланы. Үтер әле, бындайҙы ғына үткәргән бар, тип дарыу эстем дә яттым. Икенсе көндө лә температура төшмәй. Урындағы фельдшерҙы саҡырттым. Ул килеп ҡарағас, кисекмәҫтән дауаханаға ебәрҙе. Анализдар һөҙөмтәләре миндә конавирус булыуын асыҡланы, - тине телефон аша хәл белешкәндә элекке уҡытыусыларымдың береһе. Ковидтан дауаланып ҡайтҡанын ишеткәс шылтыратып, иҫәнлек-һаулыҡ һораштым.
-Шулай итеп, айға яҡын дауахана карауатында аунаным, - тип дауам итте ул. - Был ауырыуҙы нисек кисереүемде һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел. Бөтә тәнем таралап барған һымаҡ, хәл юҡ, үпкә ҡыҫып килә. Врачтарға рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырыма ышанысым да кәмей башлағайны, юғиһә. Хәҙер инде яйлап хәл инә башланы, ишек алдына сығып йөрөйөм, саф һауа һулайым. Йәшәге килә бит әле, ейәндәр шатлығын, уларҙың донъяларын күрәһе, уңыштарына һөйөнәһе килә...