+17 °С
Облачно
Антитеррор
СӘЛӘМӘТЛЕК
4 Ноября 2021, 08:55

Ялған мәғлүмәттәргә ышанмағыҙ

Интернет селтәрендә прививканың зыяны тураһында төрлө уйырмалар күренгеләй

Ялған мәғлүмәттәргә ышанмағыҙЯлған мәғлүмәттәргә ышанмағыҙ
Ялған мәғлүмәттәргә ышанмағыҙ

Мәҫәлән, вакцина кешенең бауырын бөтөрә, яңы тыуған сабыйҙың иммун системаһын ҡаҡшата, уны бар кешегә лә ҡаҙарға тейеш түгелдәр һәм башҡалар.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы эксперттарҙың фекерен өйрәнгән. Врачтар эпидемия ваҡытында ла, уға тиклем дә вакцина яһарға кәрәклеген әйтә. Тарихта вакцинаны пандемияның иң ҡыҙған осоронда яһаған миҫалдар етерлек. Медицина өлкәһе белгестәре вакцинаны мотлаҡ яһатырға ҡуша.

Ҡайһы берәүҙәр коронавирус еңел формала үткәргән кешенән йоҡһа, үҙең дә ауыр сирләмәйһең тигән хата фекер йөрөтә. Был ковид тураһында иң хәүефле мифтарҙың береһе.

Дәүләттең төп бурысы - кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу.

Автор:Альвера Муллабаева
Читайте нас