+17 °С
Облачно
Антитеррор
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Ноября 2021, 11:25

Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙа

«Йөрәгем әрнегәнгә яҙам быны. Бөгөн тағы бер ғаилә етем ҡалды...»

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙаАуылдарҙа сир аҙғандан-аҙа
Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙа

7 ноябргә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ковид-19 вирусы тағы ла 665 кешелә асыҡланған. Дауаханаларҙа сир менән 851 кеше көрәшә, уларҙың 530-ы — 60 йәштән өлкәндәр. 658 пациент һауығып сыҡҡан, 13 кеше вафат булған. Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек дауамында 187 кеше сирләгән, 207 пациент йүнәлгән. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә.

Мәкерле сиргә бәйле Дәүләкән районынан мәғариф ветеранының фекере менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. 

«Ауылдарҙа өй эстәре менән ауырыусылар, үлеүселәр күбәйҙе. НИ ӨСӨН? Сөнки күптәр прививкаға ҡаршы алып барылған, әллә ниндәй уйҙырмаларға ышана.Медицинаға ҡаршы ҡыр яғалашалар. Ә малдарҙы 60 -сы йылдарҙа иҙелмә (ящур), түләмә (сибирская язва) ауырыуынан прививка менән ҡотҡарҙылар, аҙҙырманылар. Иҙелмә сиренән малдарҙы көтөүе менән карантинға ҡуйып, ауыл эсенә индермәнеләр, һыйырҙарҙы яланда кәртәләп, шунда барып ҡарап йөрөй инек.

Ябай уҡытыусымын. Ғаиләбеҙ менән прививка эшләттек. Табиптан белешмә алыу ҙа кешенең үҙенән тора, шөкөр, прививканы еңел үткәрҙек. Шундай һығымта яһайым: мал араһындағы кеше ғүмере өсөн дә үлемесле сирҙе тик прививка менән еңделәр, аҙҙырманылар. Мин был тексты үҙ иркем менән, йөрәгем әрнегәнгә яҙҙым. Бөгөн тағы бер ғаилә етем ҡалды. ПРИВИВКА ЭШЛӘТӘГЕҘ, ЗИНҺАР», - тип яҙа Дәүләкән районынан мәғариф ветераны, 69 йәшлек Фәниә Ҡотлобулатова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Автор:"Йәшлек" гәзите
Читайте нас