+23 °С
Облачно
Антитеррор
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Ноября 2021, 09:35

В. Путин тиҙҙән илдә СOVID-19 сиренә ҡаршы дарыу сығасаҡ тип хәбәр иткән

Шул уҡ ваҡытта ул вирустан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – прививка булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

В. Путин тиҙҙән илдә СOVID-19 сиренә ҡаршы дарыу сығасаҡ тип хәбәр иткәнВ. Путин тиҙҙән илдә СOVID-19 сиренә ҡаршы дарыу сығасаҡ тип хәбәр иткән
В. Путин тиҙҙән илдә СOVID-19 сиренә ҡаршы дарыу сығасаҡ тип хәбәр иткән

“Рәсәй-24” телеканалында Оборона министрлығы һәм оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселеге менән кәңәшмә ваҡытында ил президенты хәҙерге мәлдә СOVID-19 сиренә ҡаршы дарыу әҙерләнелеүен һәм оҙаҡламай ҡулланышҡа сығасағын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул вирустан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – прививка булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Коронавирус инфекцияһынан дауалаусы “Мир-19” препараты әлеге көндә клиник һынауҙарҙың икенсе фазаһын үтә, тип хәбәр итә Федераль медико-биологик агентлыҡ.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:"Осҡон" гәзите
Читайте нас