-13 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
9 Ноябрь 2021, 02:20

Бер төндә - 300 метрлы тоннель

Тәбиғәттә ғәжәйеп күренештәр йыш осрай

Бер төндә - 300 метрлы тоннель
Бер төндә - 300 метрлы тоннель

Беҙҙе уратып алған мөхиттә ғалимдар ҙа серенә төшөнөп бөтә алмаған күренештәр күп. Үҫемлектәр донъяһында ғына түгел, хайуандар донъяһында ла шулай.
Бына, мәҫәлән, һуҡыр сысҡан бер төн эсендә 300 метрға тиклем тоннель ҡаҙый ала икән. Быны ул осло тырнаҡтары ярҙамында эшләй, әлбиттә. Күпме көс кәрәк бының өсөн! Бәләкәс кенә сысҡан өсөн был шундай ҙур һәм ҡатмарлы эш, ышанырлыҡ та түгел һымаҡ. Ә һин бына ҡулыңа көрәк алып, тоннель ҡаҙып ҡара әле. Бер нисә көрәк ер ырғытыу менән шыбыр тиргә батаһың, халыҡ теле менән әйткәндә, кәзә майҙарың сыға, шулаймы?...

Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас