Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кеше булараҡ, ул һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында икәнлегенә ишара яһай.
- Кешеләрҙең барлыҡ һаҡланыу сараларын да күҙәтеүен теләр инем, - ти табип. – Вирус уйҙырма түгел, уның менән ауырығандар быны яҡшы белә. Кеше бит үҙе кисермәй тороп, баҡаларҙың хәлен аңламай. Был осраҡта ла шулай. Ҡайһы берәүҙәр күмәк кеше араһына сыҡҡанда битлек, бирсәткә кеймәй, замана афәте мине урап үтер тип уйлай. Әммә бөтә осраҡта ла улай булып сыҡмай. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, мин барыһына ла һаулыҡ, тейешле һаҡлыҡ сарлары тураһында онотмауҙарын теләйем. Вакцинация сырхауҙан һаҡланыуҙың бер ысулы. Төрлө уйҙырмаларға ышанмаһындар ине, һәр кемдең сәләмәтлеге үҙ ҡулында.