+25 °С
Облачно
Антитеррор
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Декабря 2021, 11:20

Ауырыуҙы ауыр үткәрҙем...

Күптән түгел урамда әхирәтемде осраттым да уны күргәс, хайран ҡалдым. Донъя мәшәҡәттәре баҫып, был арала шылтыратышҡан да, осрашҡан да юҡ ине. Тәүҙә танымай ҙа торҙом хатта.

Ауырыуҙы ауыр үткәрҙем...Ауырыуҙы ауыр үткәрҙем...
Ауырыуҙы ауыр үткәрҙем...

Баҡтиһәң, күптән түгел ул «тажзәхмәт» ауырыуын үткәреп, ошо көндәрҙә генә урамға сығып йөрөй башлаған икән. Ни булды, тигән һорауға әхирәтем түбәндәгеләрҙе һөйләп үтте.

«Кеше һүҙенә, уйҙырмаларға ышанып, прививка яһатмай торғанымды беләһең, - тип башлап китте һүҙен Гөлсәсәк. – Бер көндө ҡапыл ғына температурам күтәрелде, тик артыҡ юғары түгел – 37,8 градустан артманы. Һалҡын тейгәндер, тип уйланым да тынысландым. Был өс-дүрт көн дауам итте. Тик көндәр үткән һайын хәлем ҡатмарлаша барҙы, хәлем бөттө, быуындар ауыртыуына түҙә алманым. Шулай булһа ла, иврус йоҡторғанмындыр тип уйламаным, сөнки бөтә талаптарҙы үтәргә, битлекһеҙ йөрөмәҫкә, ҡайҙа барһам да социаль арауыҡты күҙәтергә тырыштым. Бер нисә көндән еҫ һәм тәм һиҙмәй башлағас, врач саҡырттым. Ул дарыуҙар тәғәйенләп яҙып китте. Анализ тапшырырға ҡушты. Анализдар Ковид менән ауырығанымды күрһәтте. Уларҙы тапшырмаһам да, коронавирус йоҡторғанымды аңлағайным инде, сөнки өҙлөкһөҙ йүткереү, тын ҡыҫылыуҙан төндәрен бөтөнләй тиерлек йоҡламаным.  Минең менән бер үк ваҡытта ҡыҙым да, үҫмер улым һәм ейәнем дә сирләне. Малайҙар ауырыуҙы еңелерәк үткәрҙе, әлбиттә.  Өйҙә генә дауаландыҡ. Аурыуҙы ҡайҙа йоҡтора алыуыбыҙ ғына сер булып ҡалды. Бәлки ҡыҙым - эш урынынан, йәки улым мәктәптән алып ҡайтҡандыр инде. Өс аҙналап дауаландым, артабан карантинда ултырҙым. Әле бына аҡрынлап тышҡа сығып йөрөй башланым. Шуны әйтергә теләйем, бик насар, ҡурҡыныс сир икән. Һуларға һауа етмәгән саҡтарҙа бигерәк ауыр булды. Хәҙер инде, ныҡлап һауығып бөткәс һәм медицина күрһәткестәре буйынса вакцинация үтергә ярай башлағас та, мотлаҡ прививка эшләтәсәкмен. Ҡабат бер кемдең дә һүҙенә ҡарап тороу юҡ».

Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы «ҡороғорвирус» ҡорбандарының һаны көн һайын арта. Ул бер кемде лә: йәшен дә, ҡартын да, байын да, урта хәллене лә, ябай кешене лә, һәләтлеһен дә аямай, үҙенең зәһәр эшен эшләй бирә. Шуға именлектең бары үҙебеҙҙән генә тороуын онотмайыҡ! Прививка яһатайыҡ! Бөтә талаптарҙы ла теүәл үтәйек!

Фото:freepik.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас