0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
9 Декабрь 2021, 11:17

Башҡортостан халҡы прививкаларға ҡарата фекерен үҙгәртә

Кешеләр коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыуҙарын дауам итә. Улар араһында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙ фекерҙәрен бөтөнләй ҡапма-ҡаршы юҫыҡҡа үҙгәрткән вакцинацияға ҡаршы тороусылар ҙа бихисап.

Башҡортостан халҡы прививкаларға ҡарата фекерен үҙгәртә
Башҡортостан халҡы прививкаларға ҡарата фекерен үҙгәртә

Таныштарыбыҙ араһында прививкаға ҡаршы булған бала имеҙеүсе әсәләр ҙә етерлек. Ләкин уларҙың күпселеге хәҙер кескәйҙәр, хатта яңы тыуған сабыйҙар ҙа, был афәт менән ауырый башлағас, үҙ фекерен ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәртә. Йәш әсә Таня, мәҫәлән – шундай әсәләрҙең береһе. Ә инде урта йәштәрҙәге танышым иһә прививканың мотлаҡ булыуы тураһындағы фекерен яҡын дуҫы «тажзәхмәт»тән баҡыйлыҡҡа күскәндәндән һуң үҙгәрткән.

Дәүләкәндә йәшәүселәр ҙә прививкалар яһатыуҙың мөһимлегенә аңлы ҡарай.

Вәрис Ғ., вахтасы:

- Алыҫ Себер тарафтарында хеҙмәт һалам. Ай һайын самолет менән эшкә осор алдынан ике көн алдараҡ барып, Өфө ҡалаһында ПЦР-тест тапшырабыҙ һәм ҡунаҡханала уның һөҙөмтәләрен көтөп ятабыҙ. Бер яҡтан ай һайын ошолай итеп анализ тапшырып йөрөү ялҡытты, икенсенән был ауырыуҙы ҡайҙа йоҡторороңдо ҡайҙан беләһең. Етмәһә, үҙемдең сәләмәтлек хаҡында ла, ғаилә ағзалары тураһында ла уйларға кәрәк. Шуға прививка яһатырға ҡарар иттем. Ҡатыным менән өлкән ҡыҙым да эшләтте.

Лена Д., уҡытыусы:

- Минең таныштарым араһында ла коронавирус менән ауырыусылар булды. Уларҙың был сирҙе нисек үткәреүҙәре тураһында яҡшы хәбәрҙармын. Ҡайһылары оҙайлы реабилитация осоро үтә, әле һаман нормаға килеп бөтмәй. Етмәһә, мәктәптә хеҙмәт һалғанлыҡтан, иң юғары хәүеф төркөмөнә ҡарайым, сөнки көн һайын күпме бала, уларҙың ата-әсәләре менән осрашырға тура килә. Шуға миңә үҙем тураһында ғына түгел, ә уҡыусыларымдың сәләмәтлеге хаҡында ла уйларға тура килә. Пандемия башланғандан алып медиктарҙың бөтә кәңәштәрен үтәргә, хәүефһеҙлек талаптарының  барыһын да күҙәтергә тырышам. Кешеләрҙе аңлы булырға, вакцинациянан баш тартмаҫҡа саҡырам.

Фото: rawpixel.com

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: